+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
5 Июнь 2022, 11:35

«Ҡарға бутҡаһы»

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылындағы «Ағинәйҙәр» ҡоро китапхана, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауылдың «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәренә «Ҡарға бутҡаһы» йолаһын күрһәтеү ойошторған.

«Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе  йоланың тарихы менән таныштырған. Саф һауала «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» һәм «Күмер йөҙөк» башҡорт милли уйындарын бәләкәстәр менән бергәләп уйнағандар.
Йола буйынса ашағандан ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалғас, һамаҡлап, ҡарғалар саҡырғандар.
Ағинәйҙәр доға ҡылып, ямғырҙарҙың күпләп яуыуын, игендәрҙең ишелеп уңыуын теләп фатиха биргән.
Байрамда ҡатнашҡан бар кескәйҙәр бүләктәр алып ҡыуанған.

Фото: vk.com

#башҡортмәҙәниәтерухимираҫйылы

"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"
"Ҡарға бутҡаһы"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: