+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
6 Июнь 2022, 14:25

Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”

Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол(Вәзәм) ауылында ер ямғырҙарға туйынып, үләндәр сәскә атҡас, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡырға "Йолоҡ туйы”на ашыға. Беләһегеҙме, ни өсөн?

Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”

Сөнки улар шифалы ете төрлө үләндәрҙән тәмле аш бешереп, самауырҙа сәй ҡайнатып, үлән сәйе менән табын ойошторолар.

 – Балдырған, кесерткән, оҫҡон, көпшә, йыуа, ҡуҙғалаҡ, әсеткене турап бешергән ашҡа ҡатыҡ йә ҡаймаҡ һалына. Йәй башында өс тапҡыр бешереп ашаған кеше йыл буйы ауырымай, тигән ырым бар. Йылмайып ҡалҡҡан ҡояшҡа, яуған йылы ямғырға, тәбиғәткә рәхмәттәр әйтеп доға ла ҡылыу кәрәк. Вәзәм йылғаһынан һаулыҡ һорап, бит ҡулдарҙы сайып, йыл әйләнәһенә шаулап ағыуын теләнек. Шифалы үләндәрҙең һаулыҡҡа файҙаһы тураһында әңгәмә алып барылды.

Донъяла именлек булһын, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!– тип хәбәр итә улар.

Маладистар, вәзәмдәр, теләктәрегеҙ ҡабул булһын!

 

Мәғлүмәт: vk.com

Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Вәзәмдә – "Йолоҡ туйы”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: