+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
16 Июнь 2022, 17:20

“Кәкүк сәйе”

Һеҙ фотоһүрәттәрҙә  Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында үткән “Кәкүк сәйе”нән күренештәр күрәһегеҙ. Ҡалай матур сара үткән. Афариндар!

“Кәкүк сәйе”
“Кәкүк сәйе”

“Кәкүк сәйе” — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. “Кәкүк сәйе”нә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ» һәм «һәпәләк» тигән хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып, кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар.

 

Фото: vk.com

 

#башҡортмәҙәниәтерухимираҫйылы

“Кәкүк сәйе”
“Кәкүк сәйе”
“Кәкүк сәйе”
“Кәкүк сәйе”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: