+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
23 Ноябрь 2022, 10:05

Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы

Элек башҡорт йәштәре ҡаҙ өмәһен айырыуса көтөп ала торған булған, бигерәк тә ҡыҙҙар. Шунан ситтә ҡалмаҫ өсөн улар ҡаҙҙы күп итеп үҫтергән апайҙарға йәйҙән үк күҙ һалып ҡуйған. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышҡандар.

Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы
Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы

 Көҙ еткәс, ҡыҙҙар ҡаҙ өмәһенә йөрөй башлаған. Йолҡолған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә аҫып шишмәгә, мәкегә алып төшкәндәр. Шул һыуҙа ҡаҙҙарҙы йыуғандар. Ғәҙәттә, ҡурайҙары менән бергә егеттәр ҙә шишмәгә төшкән. Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ, тәбикмәк бешереп, сәй әҙерләп көтөп торған. Киске мәжлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.

Әлеге көндә ҡаҙ өмәләре башлыса йорт хужалары һәм күрше-тирә, туғандар ҡатнашлығында уҙа. Бөгөн Аҡъяр ауылында йәшәүсе Мәрйәм Ишкилдинаның йортонда ҡаҙ өмәһе гөрләй. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуып килгән Мәрйәм инәй ҡаҙҙы элек-электән аҫрай.

– Быйылғы ямғырлы, үләнле йылда ҡаҙҙар айырыуса тос булған, – ти өмәселәр.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы
Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы
Ҡаҙ өмәһе – матур йола байрамы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: