+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
11 Декабрь 2022, 21:40

"Умырзая" балалар баҡсаһында – “Ҡаҙ өмәһе”

 Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе.  Хәйбулла районы Вәлит ауылының “Умырзая” балалар баҡсаһында ҡаҙ өмәһенә арналған сара ойошторолған.

Байрамдың төп маҡсаты – башҡорт халҡында борон-борондан йәшәп килгән  матур йоланы балаларға өйрәтеү икән. Халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, ә уларҙы яңыса үҫтереү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү – байрамдың үҙәк бурысы булған.
Балалар күңелле йырҙар йырлап, уйындар уйнап,  бейеп, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй ҡаҙ “йолҡоп”, артабан йылға буйына "барып", ҡаҙҙарҙы "йыуып" – урыны-шартына килтереп үткәргән байрамды.

 Уларҙы кесе төркөм балалары ҡарап ултырған.
Ә инде байрамда ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең сығыштарынан бик ҡәнәғәт ҡалған. Ҡалай маладистар, кескәй вәлиттәр!

 

 Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: