+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
13 Декабрь 2022, 11:40

Балаҫ һуғыу станогында биҙәк һалып ҡарағандар

Быуындан быуынға, быуаттан быуатҡа күсә килгән йолаларҙы һаҡлау, кескәйҙәргә өйрәтеү, тәрбиәләү маҡсатында  Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһында «Өләсәйем һандығы» аҙналығында мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнгән.

 Улар балаҫтарҙы төрлө йөн, туҡымаларҙан эшләнгәндәре хаҡында белгән.  Ә һуғылған балаҫтарҙын биҙәктәре, төҫтәре нимә аңлатҡаны хаҡындағы әңгәмәне  лә ихлас тыңлап ултырғандар.  Хәҙер улар ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ, йәшел − йәшеллек һәм йәшлек, һары – ҡояш, күк − һауабыҙ төҫө, ҡыҙыл төҫ байрамды анлатҡанын  яҡшы белә инде. Шулай уҡ балалар буй һәм аҫалы балаҫ менән  дә танышҡан.  Хатта кескәй генә бармаҡтары менән тотоп-тотоп ҡарағандар. Бала саҡта алған йөкмәткеле мәғлүмәт ныҡ хәтерҙә ҡалыусан бит ул. Был матур сара барышында балалар күп әйберҙәр, яны төшөнсәләр менән танышыуҙан тыш, үҙҙәре лә балаҫ һуғып ҡараған әле. Төрлө төҫтәге ептәрҙән балаҫ һуғыу станогында биҙәктәр һалырға теләүселәр ҙә бик күп булған.  Афариндар! Бәләкәйбеҙ,  тип тормайҙар, бик ныҡ ҡыҙыҡһыныусан икән үҙҙәре. Ғөмүмән,  матур сара  дәртле уйын, йыр, бейеүҙәр менән бик күнелле үткән.

 

 Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

#башҡортмәҙәниәтерухимираҫйылы

Балаҫ һуғыу станогында биҙәк һалып ҡарағандар
Балаҫ һуғыу станогында биҙәк һалып ҡарағандар
Балаҫ һуғыу станогында биҙәк һалып ҡарағандар
Балаҫ һуғыу станогында биҙәк һалып ҡарағандар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: