

«Бал ҡорттары» төркөмө малайҙары һәм ҡыҙҙары музыка дәресендә ҡыш тураһында йырҙар, башҡорт халыҡ бейеүе «Гөлнәзирә»не өйрәнде. Шунан тәрбиәселәре менән «Нардуған» легендаһын үҙләштереп, «Нардуған» башҡорт халыҡ, түңәрәк уйындарын уйнап, йомаҡтар сисеп, һынамыштар, мәҡәлдәр әйтеп, күңелле байрам ойошторҙоҡ. Балаларҙың тыпырлап бейеүҙәре, матур йырҙары, шиғырҙары уға йәм генә өҫтәне.
Балаларҙа был байрам башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә ҡыҙыҡһыныу уятты. Унан дәрт, көс алып, көр күңел менән таралыштыҡ.
Гөлшаян ИШДӘҮЛӘТОВА, музыка етәксеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.