+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
5 Апрель 2023, 15:34

"Ҡарға бутҡаһы"

Яҙ килде. Төрлө төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың  киң таралған  байрамдарының береһе “Ҡарға бутҡаһы”  үткәрелә. Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хеҙмәткәрҙәре лә ойошторҙо уны.

Байрамға Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусылары килгәйне. Кескәйҙәр өсөн тәүҙә Башҡорт халҡының этнографияһы залына сәйәхәт ойошторолдо. Төрлө экспонаттар менән танышҡас, тышҡа саф һауаға сыҡтылар. Быйыл яҙ иртә килде, көн салт аяҙ, йылы. Тиҙҙән йәшел үләндәр ҙә баш ҡалҡытыр. “Ҡарға бутҡаһы”  нәҡ ошо тәбиғәт уянған мәлдә  үткәрелә лә инде. Унда балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

Милли музей хеҙмәткәрҙәре төрлө ярыштар ойошторҙо. Хәрәкәтле уйындарҙы бик ярата шул балалар. Бигерәк тә “Аҡ тирәк, күк тирәк” оҡшаны. Әлбиттә, һәләттәрен күрһәтеп, йырлап, бейеп тә күрһәттеләр. Ҡоштар хаҡында белемдәрен дә һынап ҡаранылар.

Ә йола буйынса ҙур ҡаҙанда бешерелгән тәмле бутҡаны ашар алдынан һәр кем үҙенең иң ҙур теләген әйтте. Кемдер үләндә хоккей уйнарға теләй, кемдер – диңгеҙгә барырға, Мәскәүҙе күрергә, космонавт булырға. Берәүҙәр донъяла барыһы ла етеш йәшәһен һәм бөтә ерҙә таҙалыҡ булһын, тигән матур теләген еткерҙе.

 “Ҡарға бутҡаһы” байрамына килеүселәр яҡты өмөттәр менән таралышты. Һәр кемдең матур теләге ҡабул булһын, сәскән игендәр мул уңыш бирһен, донъялар тынысланһын!

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: