+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
18 Апрель 2023, 13:50

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

Күптән түгел Әлшәй районында   балаҫ һуғыусы оҫталары "Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп...” республика фестиваленә йыйылды. Был сараны ойоштороуҙа Әлшәй  районы хакимиәтенең, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалимдар, фән кешеләренең өлөшө ҙур.

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

“Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп...” фестивалендә башҡорттарҙың балаҫ һуғыу ғына түгел, башҡа кәсептәре менән дә таныштырҙылар.Беҙҙә оҫталар күп. Уларҙың милли кәсептәребеҙҙе йәш быуынға, ҡунаҡтарға ниндәйҙер бер ябайлыҡ менән аңлатыуы оҡшаны. Боронғо кәсептәрҙе ҡасан да кәрәккән, әммә бөгөн әллә ни донъяүи әһәмиәте булмаған тарихи-мәҙәни шөғөл итеп кенә түгел, көнкүрештә әле лә ҡулланырлыҡ итеп күрһәтә белеү ҡиммәтле бит ул.
Байрамда уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Беҙҙең Раевка гимназияһынан да барҙылар. Күпте күреп,белеп ҡайттыҡ.Ҡул оҫталары беҙгә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Бай йөкмәткеле дәрес барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.

 

Рәмзиә ЗАРИПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әлшәй районы.

 

Фото: Р. Зарипова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: