+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Май 2023, 13:30

«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ

Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – "Кәкүк сәйе" үткәрелгән.Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан.

«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ

Күптән түгел беҙҙең Яуымбай ауылында ла китапханасы  Разия Искәнйәр ҡыҙы Кинйәкәева менән бергәләп Мөхмәтхужа ҡотоғо янында «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрҙек. Ул балаларҙың күңелле сығышынан башланды. Ололар геү килеп самауыр ҡайнатып, сәйгә тәмлекәстәр әҙерләгәнсе, балаларға «Кәкүк сәйе» йолаһының тарихы хаҡында һөйләнелде, тик ҡоштарға ғына арналған йомаҡтар ҡойолдо, кәкүк тураһында йырҙар тыңланылды.

Байрамға килеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар «Аҡ ҡалас», «Һәпәләк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Самауыр" уйындарын яратып уйнаны.
Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан уҙғарылған был йола-байрам илдәр именлеген, иген ишелеп уңыуын, йәйҙәр матур булыуын теләп, тәмле ризыҡтар менән һыйланып, самауыр сәйен эсеү менән тамамланды.

Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Зөлфирә МЫРҘАҒОЛОВА, художество етәксеһе.

Бөрйән районы, Яуымбай ауылы.

«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
«Кәкүк сәйе»нә йыйылдыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: