+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
5 Июнь 2023, 17:10

Афарин, вәзәмдәр!

"Йолоҡ, йолоҡ туйы... Арыныу, таҙарыныу тигәнде аңлатҡан  һүҙ.

Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!

Бына ике тиҫтә йыл инде вәзәмдәр яҙғыһын, йәй башында, ҡырҙа шифалы үләндәр сығып һут йыйғас, Йолоҡ туйына ҡырға сығабыҙ. Быйыл да, Аллаға шөкөр, тәбиғәтебеҙҙе һыйындырып, туйындырғаны өсөн рәхмәт әйтеп, доға ҡылып, шифалы үләндәрҙән "Иҫке ҡорһаҡ, яңы аш, ауырыуҙар минән ҡас!" – тип ризыҡ ауыҙ итергә насип булды. Балтырған, көпшә, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, оҫҡон, йыуа үләндәре – бик шифалы үләндәр. Бындай ашты йыл эсендә өс тапҡыр ашау кәрәк. Тәмле аш ашап, самауыр сәйенән һуң төрлө халыҡ уйындары, әйтеш, йомаҡ ҡойошоп ярыштыҡ. Һуңынан Вәзәм йылғаһы буйында бит-ҡулдарҙы сайып, һыу һибешеп ямғыр теләнек. Тәбиғәт ҡосағында булып, тәнгә сихәт, күңелгә рәхәтлек алып, ял итеп ҡайттыҡ. Алла бирһә, икенсе йылда ла тәбиғәт менән аралашып, таҙарынып, арынып ҡайтырға яҙһын, донъялар имен булһын!" – тип яҙа Хәйбулла районы Вәзәм ауылы уңғандары.

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Афарин, вәзәмдәр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: