+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
7 Июнь 2023, 16:40

“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар

Һабантуй – халҡыбыҙҙың иң матур байрамдарының береһе. Ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, иген уңып үҫһен, тигән теләк менән үткәрелгән.

“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар

Тәрбиәләнеүселәребеҙҙе халҡыбыҙҙың милли байрамы менән таныштырыу, сәсеү эштәре тураһында мәғлүмәт биреү, тәбиғәткә, хеҙмәткә, башҡорт халыҡ уйындарына һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән “Йәйғор” балалар баҡсаһында һабантуй байрамы үтте.

Был көн баҡсабыҙ янындағы байрамса биҙәлгән майҙансыҡ балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Байрам өлкән төркөм балаларының “Һабантуй” йырын йырлап, шиғырҙар һөйләп һәр төркөмдән ҡолғаға бүләк бәйләтеүенән башланып китте. Халыҡ уйындары: милли көрәш, көршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып һәм тоҡ кейеп йүгереүҙәр, күнәк менән көйәнтәләп һыу ташыу, «ат сабышы» һәм башҡа ҡыҙыҡлы ярыштар ойошторолдо. Ярыштарҙа ихлас ҡатнашҡан һәр бала бүләктәр алып ҡыуанды. Һабантуй байрамында күмәкләшеп бейеп алғас,  әсәйҙәр әҙерләгән тәмлекәс менән сәй эсеп, байрамды тамамлап ҡуйҙыҡ.

Йәмилә Хәйбуллина, өҫтәмә белем биреү педагогы.

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
“Беҙҙә – һабантуй”, – ти кескәй аҡъярҙар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: