+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
16 Август 2023, 12:00

Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар

Халҡыбыҙ борон-борондан аҫалы балаҫтары менән дан тота. Йолалар тергеҙелә, хәҙер балаҫ һуға белеүселәр артҡандан-арта. Учалы районы Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында үткән ҙур байрам – быға асыҡ миҫал.

Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар

«Башҡорт балаҫы» төбәк-ара фестивале төрлө яҡ оҫталарын бер урында тупланы. Маҡсат ошо аллы-гөллө ҡул эштәрен күрһәтеү генә түгел, ә оҫталыҡ дәрестәре аша үҙебеҙҙең арала һөнәрселәрҙе лә арттырыу ине. Балаҫ һуғыу өсөн ҡоролмала эш башлап ебәреү әллә ни ауыр ҙа түгел икән – теләгән кеше быға өйрәнә алды.
Ҡумыҙҙа уйнау, милли яндан уҡ атыу, хатта һарыҡ йөнөн алыу буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бер яҡта буҙа, ҡымыҙ һаталар, түшелдерек, алҡа кеүек биҙәүестәр тәҡдим итәләр. Икенсе ерҙә балалар милли уйындар уйнап кинәнә. Өсөнсөһөндә дәртле концерт ҡарайҙар... Матур тамаша!
Тарихҡа күҙ һалғанда, балаҫ башҡорттарҙа өй биҙәге ролен генә үтәмәгән. Һарыҡ йә кәзә йөнөн үҫемлек буяуҙары менән буяп һуғылған был затлы әйбер тирмәне лә йылытҡан, ҡыҙ оҙатҡанда һандыҡ эсенә лә һалынған, яңы тыуған балаға ла бүләк итеп бирелгән.
Оҫталар байрамдан тәжрибә туплап, белгәндәре менән уртаҡлашып ҡайтты. Тәүге тапҡыр үткәрелгән фестиваль һуңғыһы булмаһын.


Лилиә МӘҮЛИТОВА.

 

Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Аллы-гөллө балаҫтар күҙҙең яуын алалар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: