+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
6 Сентябрь 2023, 12:00

«МиллиКей» фольклор байрамы һеҙҙе көтә!

8 сентябрь Өфөлә «Атайсал» мәҙәни үҙәге (Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто) майҙансығында «МиллиКей» исеме менән балалар өсөн фольклор байрамы үтәсәк.

«Милли Кей» фольклор байрамына килегеҙ!
«Милли Кей» фольклор байрамына килегеҙ!

Ул Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың Милли кейем көнө айҡанлы ойошторола. Баш ҡала ҡунаҡтарын, балаларҙы сағыу һәм бай мәҙәни-ял программаһы көтә.

Байрамға килеүселәр башҡорт халҡының традицион уйындарын уйнай аласаҡ. Улар араһында тоҡ кейеп һикереү, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып  йүгереү, көршәк ватыу, “Ат эсереү”, “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” уйындары буласаҡ. Шулай уҡ “Наза”, “Өс таған”, “Марш” кеүек музыкаль уйындарға ла урын бирелгән.

Программала «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары сығышыт ла буласаҡ. Бынан тыш, теләге булғандар кейеҙ баҫыу, сигеү, биҙәүестәр эшләү, күндән матур әйберҙәр эшләү һәм халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәренә ҡушыла ала.

Сара үтәсәк урындың адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.

Башлана: 12:00 сәғәттә.

Телефон: 89374772094.

Фото: dk_rcnt.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: