+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
8 Сентябрь 2023, 23:07

“МиллиКей” гөрләне

Республика халыҡ ижады үҙәгендә Милли кейем көнөнә арналған фестиваль тәүге тапҡыр уҙҙы.

“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне

— Балалар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ байрам ойоштороу теләге килеп тыуҙы. Оҙаҡ уйлағандан һуң, “МиллиКей” атамалы фестиваль эшләргә хәл иттек, — ти ойошма етәксеһе Заһир Таһир улы Ишкинин.

Тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрлө булманы ул. Барыһы ла ентекле уйланылған, балалар сарала шул тиклем теләп ҡатнашты. Милли кейемде тегеүсе, таратыусыларҙы бүләкләү кеүек рәсми өлөштән һәм әкиәт ҡарағандан һуң уларҙы икенсе ҡатҡа саҡырҙылар — оҫталыҡ дәрестәре башланып тора ине. Кескәйҙәрҙең оҫтабикә апайҙарҙы нисек һырып алғанын күрһәгеҙ! Ҡыҙыҡһынмаҫлыҡ та түгел ине шул: ҡорама ҡороу, сәсмәүер яһау, кескәй түшелдерек эшләү, таҫма менән тегеү, йөн тетеү — өйрәнерлек һөнәрҙәрҙе һанап бөтөрлөк түгел! Ә балаларға барыһы ла ҡыҙыҡ, барыһы ла яңы. Ололар ҙа теләп ҡатнашты хатта. Ниндәйҙер кимәлдә онотолоп киткән милли уйындар уйнанылар, йолалар менән дә танышты ҡунаҡтар.

Бөтә синыфтары менән килеүселәр күп булды. Мәҫәлән, Шамонин ауылынан башҡорт класы күркәм байрамдан ситтә тороп ҡалмаған. Ә 20-се ҡала башҡорт гимназияһы бер нисә тиҫтә баланы килтергән! Ата-әсәләр комитеты менән һөйләшәм. Айгөл Ишеғолова менән Гөлназ Ҡотлобаева саранан бик ҡәнәғәт.

— Бындай байрамдар кәрәк. Балалар тарихты, мәҙәниәтте белеп үҫергә тейеш. Кейемебеҙгә лә ниндәйҙер булһа ла милли элементтар индереп килдек, — ти улар. — Мәктәбебеҙҙә инде был сара киң яҡтыртыла.

— Миңә ошолай милли түшелдерек тағып, синыфташтарым менән мәртәбәле байрамда ҡатнашыу оҡшай. Үҙем төрлө конкурстар яратам, яҡшы уҡыйым, — ти гимназияның II “Б” синыфы уҡыусыһы Гөлдәр Ҡотлобаева.

Сара аҙағында тамашасыларҙы сағыу концерт көтә ине. Зилә Лира, Гөлназ Фәхертдинова, Ришат Рәхимов, Айгиз Хашимов, Марс Сәйетғәлин кеүек билдәле артистар, "Ауаз" фольклор ансамбле матур сығыштары менән ҡыуандырҙы, афарин!

Республика халыҡ ижады үҙәгенең башланғысына тик уңыштар теләйем, был байрам һуңғыһы булмаһын!

АВТОР фотолары.

“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
“МиллиКей” гөрләне
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: