+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
24 Ғинуар , 20:00

Балалар – "Ҡаҙ өмәһе"ндә

Борон-борондан ҡыштың тәүге һыуыҡ көндәре етеү менән ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр.

Балалар – "Ҡаҙ өмәһе"ндә
Балалар – "Ҡаҙ өмәһе"ндә

Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе
Йылдарына бер була.
Үҙе йырлы, үҙе моңло
Ауыл шатлыҡҡа тула...
Борон-борондан ҡыштың тәүге һыуыҡ көндәре етеү менән ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр. Беҙ ҙә тәрбиәләнеүселәр менән балалар баҡсаһында халҡыбыҙҙың ошо матур йолаларының береһен сәхнәләштерҙек. Ата-әсәләр, музыка етәксеһе Гөлназ Фәһим ҡыҙы, өлкән тәрбиәсе Раушания Рәшит ҡыҙы, тәрбиәселәр Ирина Сәғиҙулла ҡыҙы, Диана Флүр ҡыҙы, Лилиә Илдар ҡыҙы кескәйҙәр менән йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар өйрәнеп, байрамға бик етди әҙерләнде.
«Ҡаҙ өмәһе»н үткәргәндә балаларға башҡорт халҡының йолаларын күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, халыҡтар дуҫлығын, бер-беребеҙҙе хөрмәтләү, ололарға ярҙам итеү, милли мәҙәниәтте өйрәнеү һәм һаҡлау кәрәклеген дә онотмайбыҙ. Балалар баҡсаһы мөдире Эльза Шамил ҡыҙы Сәлимова иһә беҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. Киләсәктә лә матур йолалар, байрамдар үткәреп торорбоҙ.

 

Лилиә ЯҠУПОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, 330-сы балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: