+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
5 Март , 22:00

Бөркөттәй үҙҙәре!

«Бәпембә» бөркөттәре» тип атал­ған йыйын уҙғарҙыҡ.

Бөркөттәй үҙҙәре!
Бөркөттәй үҙҙәре!

Беҙҙә йыйын, әйҙә, йыйын!
Һүҙ уйнатып, күңел асырға,
Йырҙар йырлап, бейей-бейей,
Тыпырлатып килтереп баҫырға!
«Бәпембә» бөркөттәре» тип атал­ған йыйын уҙғарҙыҡ. Элек шундай сараларҙа яңы батырҙар һайланған, сәсәндәр үҙ-ара көс һынашҡан. Тирә-яҡ гөрләп тор­ған. Беҙ ҙә йоланан ары китмәй, ошо өлгөләрҙе ҡулланып, батырҙарыбыҙҙы майҙанға сығарҙыҡ.
Уртансы, өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре ижади конкурста үҙҙәрен күрһәтте – йырҙар йырланылар, бейеү башҡар­ҙылар. Тыуған ил, башҡорт халыҡ ижады буйынса һорауҙарға төплө яуап ҡайтарҙылар. Уҡ атыу, ат сабышы кеүек ярыштарҙа ла һынатманы улар.
Афарин, «Бәпембә» бөркөттәре»!

Әнисә РАХМАНҒОЛОВА,
«Бәпембә» балалар баҡсаһының
өлкән тәрбиәсеһе.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: