-1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
23 Апрель , 16:05

Их, элекке уйындар!

“Атайсал” мәҙәни үҙәгендә “Биш ашыҡ” уйыны оҫталары асыҡланды. Сара “Тәңкәләр сыңы” фестивале барышында ойошторолдо һәм Милли кейем көнөнә арналды. Әйткәндәй, был уйынды үҙәктә тәүгегә уйнанылар!

Их, элекке уйындар!
Их, элекке уйындар!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан 70 уҡыусы килде. Балаларҙың ихлас уйнауына һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. 8 бала иң оҫтаһы тип танылды. Был бик боронғо уйын теүәллекте, йылғырлыҡты һынай.

Алып барыусы Зилә Лира ашыҡ уйыны буйынса файҙалы кәңәштәрен бирҙе, хәҙергесә әйтһәк, лайфхактары менән бүлеште. Тарихты белеү мөһим. Бына бит, элекке уйындар ҡайһылай ҡыҙыҡ!

Их, элекке уйындар!
Их, элекке уйындар!
Их, элекке уйындар!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: