-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
13 Сентябрь 2024, 10:47

Милли кейем – ил күрке

Кескәй саҡтан халҡыбыҙ кейемдәрен белеүҙәре тик хуплауға лайыҡ.

Милли кейем – ил күрке
Милли кейем – ил күрке

Батырхан кисә кистән үк балалар баҡсаһына кейемен әҙерләп ҡуйҙы. «Ниңә көн һайын шулай кейенмәйбеҙ ул?» - тип әсәһен аптыратып бөттө.

Бына бөгөн шундай матур милли салбарын, түбәтәйен, камзулын кейеп, билбауҙарын тағып “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына ашыҡты. “Бәпембә” төркөмөнә йөрөй ул. Тәрбиәсеһе Айгөл Аҡбулат ҡыҙы Мәсәлимова Батырхандың кейеменә һоҡланып, ихлас яратып алды.

Төркөмдәше Ләйсән дә зауыҡлы күлдәктә. Һәр кескәй бөгөн халҡыбыҙҙың матур кейемендә, әйтерһең, матур бер нур сәсәләр.

Кескәй саҡтан халҡыбыҙ кейемдәрен белеүҙәре тик хуплауға лайыҡ.

Милли кейем – ил күрке
Милли кейем – ил күрке
Милли кейем – ил күрке
Милли кейем – ил күрке
Милли кейем – ил күрке
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас