Үҙенсәлекле, шул ерлеккә хас кейемдәр, һаҡал, ҡашмау, селтәрҙәр күҙ яуын алып торҙо. Егеттәрҙә иһә түбәтәй кейгән. Милли кейемдең асылын балаларҙың аңлауы бигерәк ҡыуаныслы. Синыфтарҙа тематик сәғәттәр уҙғарылды. Ҡала китапханаһындағы Милли кейем көнөнә арналған сарала ла ҡатнаштылар.
– Тамашасы залында бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙыҡ. Уҡыусыларыбыҙ бейеүҙәре, йырҙары менән таң ҡалдырҙы. Һүҙ оҫталары шиғырҙар ятланы. "Милли кейем - халыҡтың эске булмышының сағылышы", - тип юҡҡа яҙмаған күренекле яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева. Бөгөн башҡа предмет уҡытыусыларында ла милли кейем элементын күреү бигерәк матур икән, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы Гөлнәзирә Батыр ҡыҙы Игелекова.
Милли кейемдәребеҙҙе ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ!