-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
7 Октябрь 2024, 16:45

Уңыш байрамы - Сөмбөлә!

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһында башланғыс синыф уҡыусылары араһында «Сөмбөлә» тигән үҙенсәлекле байрам үтте.

Уңыш байрамы - Сөмбөлә!
Уңыш байрамы - Сөмбөлә!

 Ул көҙгө уңыш йыйыу ,көҙгө сәсеү эштәре тамамлағас, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә уҙғарыла. Байрамдың хужабикәһе - Сөмбөлә исемле алтын сәсле ҡыҙ. Ғәрәп телендә «һары сәс», «башаҡ» тигән мәғәнәне аңлата.
Ҡыҙҙың башында алтын башаҡтарҙан эшләнгән башлыҡ. Етен сәсле, зифа буйлы, һүҙгә тапҡыр, эшкә уңған үҙе.
         Дүртенсе синыф уҡыусыһы Роксана Мөҡсинова Сөмбөлә булды. Башҡалар көҙ темаһына шиғырҙар һөйләне, йомаҡтар ҡойошто, тәбиғәт күренештәренә ҡарата һынамыштар әйтеште. Башҡорт халыҡ уйындарын рәхәтләнеп уйнанылар.

 Өйгә эш итеп,«Көҙгө фантазия» тигән төрлө ҡул  эштәренә конкурс иғлан ителгән була.Уҡыусыларҙың иҫ киткес әйберҙәрен баһалауы  еңелдән түгел ине. Һөҙөмтәле эштәргә балалар Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды.

 Көз ул – тылсымсы! Алдағы йылдарҙа ла баҡсаларыбыҙҙа уңыш мул булһын!

Уңыш байрамы - Сөмбөлә!
Уңыш байрамы - Сөмбөлә!
Уңыш байрамы - Сөмбөлә!
Уңыш байрамы - Сөмбөлә!
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас