Башҡорт ғаиләһе көнөндә «Планета» сауҙа үҙәгендә «Мөхит» күсмә балалар тирмәһе төрлө саралар үткәрҙе. Бында кескәйҙәр кейеҙ балаҫ эшләп ҡараны. Шулай уҡ мини-ҡашмау, милли һырға һәм ҡаптырмалар эшләргә өйрәнделәр. Оҫталыҡ дәресендә яһаған әйберҙәрен үҙҙәренә иҫтәлек итеп алып ҡайтты улар.
«Мөхит» күсмә балалар тирмәһе башҡорт телен өйрәнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Баш ҡалабыҙҙа баш алған был идеяны башҡа ерҙәрҙә лә күтәреп алырҙар, тип ышанғы килә.
Тирмә бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөйәсәк, төрлө байрамдар, форумдар, фестивалдәр, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары буйлап башҡорт мөхитен булдырасаҡ.