Ауылыбыҙҙағы «Ете тажлы сәскә» балалар баҡсаһының «Нурлыҡайҙар» полилингваль төркөмө кескәйҙәре «Ҡарға бутҡаһы» байрамын үткәрҙе. таныштырырға, уларҙа милли уйындарға ҡыҙыҡһыныу уятырға, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ.
Балалар ҡоштарға арнап башҡортса шиғырҙар һөйләне, яҙғы тәбиғәткә, яҡты ҡояш нурҙарына ҡайнар сәләмдәрен моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр аша еткерҙе. Ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлау, ямғыр һорап мөрәжәғәт итеү, изгелек теләп ағастарға таҫмалар бәйләү кеүек күренештәр барыһының да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар ҡыҙыҡлы тамашаны һоҡланып ҡарап ултырҙы.
Төркөмдә күбеһе урыҫ милләтенән булһа ла, уларҙың, башҡортса ла өйрәнәбеҙ, тип тороуҙары, тырышыуҙары беҙҙе ҡыуандыра.
Гөлнур АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.
Өфө районы,
Булгаков ауылы.