-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
23 Май 2025, 12:17

Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһында «Шәжәрә байрамы» уҙҙы.

Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә

Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары
төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!..

Ҡәҙим АРАЛБАЙ.


Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мөһим: тамырҙарыңды, йондоҙҙарҙы исемдәре менән белеү һәм аңлатыу, бөйөк хандар тураһында рийәүәттәрҙе һәм хикәйәттәрҙе белеү, тип яҙып ҡалдырған күренекле мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең «Башҡорттар» хеҙмәтендә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһында «Шәжәрә байрамы» уҙҙы. Унда V cиныф уҡыусылары ҡатнашты. Һәр кем үҙенең шәжәрәһен ентекле итеп өйрәнгән ине. Милана Вәлиева Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы Йәғәфәр Кәрим улы Вәлиев тураһында бик күп мәғлүмәт туплаған. Ул Япон һуғышында ла булған, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән. 1950 йылда тыуған яҡтарына ҡайта, Милананың өләсәһе менән алты бала тәрбиәләйҙәр.
Ә Власта Теренинаның ике олатаһы ла һуғышта батырлыҡтар күрһәткән: Иҙиәт Ғәтиулла улы Аҡбашев – уҡсы, ә Мулланур Шамат улы Фәйрүзов сапёр булған. Әлеге ваҡытта атаһы Станислав Петрович Теренин махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Гимназияның директор урынбаҫары Таңһылыу Сәғит ҡыҙы Фәметдинова:
– Был байрамды йыл да бишенсе синыфтар өсөн үткәрәбеҙ. Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Балалар йыл буйына яҡшы итеп әҙерләнә. Һуғышта ҡатнашҡан туғандарының исемдәрен асыҡлағандар, тылда батырлыҡ күрһәткәндәрҙең күргән-кисергәндәрен яҙып алғандар. Һәр береһе тырышҡан, эҙләнгән. Ғаилә тарихын өйрәнеп, күпте белеп ҡалдылар инде.
Шәжәрәне белеүҙең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген атай-олатайҙарыбыҙ яҡшы аңлаған. Ғаилә шәжәрәһендә илебеҙҙең дә тарихы сағыла. Уҡыусылар бик әүҙем ҡатнашты, бының өсөн, әлбиттә, балаларға һәм ата-әсәләргә рәхмәт белдерәм. Һәр кем үҙ шәжәрәһен яҡшы бел­һен, өйрәнһен ине, – тине.

Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас