-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
4 Июнь 2025, 10:13

Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!

Фәйзулла Солтанов исемендәге 3-сө мәктәптә III синыфтар өсөн балалар һабантуйы үтте.

Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлмизан Әхмәтсафа ҡыҙы Мырҙабаева байрамды асып:

 – Бөгөн һеҙҙең менән халҡыбыҙҙың матур байрамына йыйылдыҡ. Һабантуй – ул яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуын билдәләүсе, ергә рәхмәт әйтеүсе байрам.Һеҙҙең хеҙмәт иһә тырышып уҡыу. Йыл буйына яҡшы белем алдығыҙ, һәр сарала ла әүҙем булдығыҙ. Берегеҙ ҙә һынатманы, – тине.

Мәктәп яны майҙаны балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Барыһы ла матур итеп кейенгән, кәйефтәре шәп!

Байрамда ағинәйҙәр һабантуйҙың тарихы тураһында һөйләне, йолаларҙы аңлатты. Шунан һуң төрлө уйындарҙы рәхәтләнеп, кинәнеп уйнанылар. Тоҡ кейеп тә, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып та йүгерҙеләр, көйәнтә менән һыулы биҙрәләр ҙә ташынылар. Арҡан да тартышыуҙа көс һынаштылар, күҙҙәрен бәйләп бүләк ҡырҡып алдылар.

Ата-әсәләр комитетынан Дилә Мөҙәрис ҡыҙы Бикбаева:

– Балалар өсөн матур байрам ойошторған уҡытыусыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Беҙ ҙә буш килмәнек, еңеүселәргә бүләктәр алдыҡ. Бындай саралар балаларҙы берләштерә, нығыраҡ дуҫлаштыра. Йәйге оҙайлы каникулда барығыҙға ла яҡшы ялдар теләйем, – тине.

Һабантуй матур уҙҙы. Кескәйҙәрҙең йәйге ялы ла күңелле һәм хәүефһеҙ үтһен.

Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Бәләкәстәргә шатлыҡ өләшеүсе байрам!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас