-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
13 Июль 2025, 00:26

Баҡшай яланы гөрләне

Европа менән Азия ҡушылған ерҙә, Урал йылғаһы буйында уҙғарылған “Ай, Уралым, Уралым!” этно-фестивале – Учалы районында даими үткән төп байрамдарҙың береһе. Быйыл ул Баҡшай яланында ҡунаҡтарҙы етенсе мәртәбә йыйҙы.

Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне

Был фестивалгә гел килеүселәр белеп тора: иң ҡыҙығы “Баҡшай мәргәне”н билдәләү буласаҡ. Ысынлап та, бында бөтә республиканан иң оҫта уҡсылар йыйыла. Быйыл күрше Пермь, Силәбе өлкәләренән дә килгәндәр. Милли яндан уҡ атыу буйынса ярыш ҡыҙыу барҙы, мәргәндәр бер нисә этапта ярышты.

Йәнә ат сабышын тамаша ҡылырға теләүселәр күп ине. Төрлө арауыҡҡа уҙышыусы аттарҙың хужалары араһында ҙурҙар ҙа, балалар ҙа булды. Ҡыҫҡа дистанцияла өсөнсө урын яулаған үҫмер егет менән танышабыҙ. Рәфил Фәтҡуллин Учалы ауылындағы мәктәптә етенсене тамамлаған икән.

– Аттарҙы бик яратам. Олатайым менән һәр һабантуйҙа сабыштарҙы күҙәтеп барабыҙ, – ти егет. – Быйыл беренсе тапҡыр Спартак ҡушаматлы атым менән ярышта ҡатнашырға булдым.

Һүҙгә әсәһе Луиза Айрат ҡыҙы ла ҡушылды:

– Улымдың ҡыҙыҡһыныуҙары күп ул. Ағас һырлау менән мауыға, ҡурайҙа ла уйнай. Шулай ҙа иң яратҡаны – ат. Призлы урын алыуына шатбыҙ. Диплом, миҙал, аҡсалата бүләк тә бирҙеләр.

Байрамға килеүсе һәр кем үҙенә оҡшағанын тапты: театрлаштырылған тамаша һәм концерт ҡараны, йәрминкәлә әйберҙәр алды, көрәш майҙанында батырҙарға ҡул сапты, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм милли уйындарҙа ҡатнашты. Кискеһен иһә күңелле ритайым үтте.

 

Автор һәм фестивалдең “Бәйләнештә”ге төркөмө фотолары.

 

Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Баҡшай яланы гөрләне
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас