-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
6 Февраль , 12:30

Тирмә-музейҙа ҡунаҡта

Республикабыҙҙың баш ҡалаһынан алыҫ түгел тирмә-музей асылғанын ишеткәс, үҙ күҙебеҙ менән барып күрергә теләк уянды. Унда булып, хал­ҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына ҡағылған ҡунаҡтар сәйәхәттәренән онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайта. Хатта сит илдәрҙән килеп ҡараусылар ҙа бар икән!

Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Тирмә-музейҙа ҡунаҡта

Ноғай ауылына етеү менән һулға боролғас, кәрәкле йорт эргәһенә килеп туҡтаныҡ. Ихатала ике тирмә балҡып ултыра. Хужабикә Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы Йосопова беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ул арала бәйҙәге ике ҙур булмаған эт сәләмләп тауыш бирҙе.
– Нәҙер эттәре улар, – тине хужабикә. Һораулы ҡарашымды күргәс:
– Мин яман шеш менән ауырыным бит. Терелеп сыҡһам, хужаһыҙ эттәрҙе ҡарауға алам, тирмә төҙөйөм, тип нәҙер әйттем, – тип яуапланы. Бына ҡайҙан башлана икән шәхси музей тарихы!
Алсаҡ хужабикә менән шунда уҡ яҡындан аралашып киттек. Әлфиә Йосопова – Нуриман районы Иҫке Күл ауылы ҡыҙы. Тиҫтерҙәренән бәләкәй­ҙән күп белергә теләүе менән айырылып торған. Шуға ла айырыуса китап уҡырға яратҡан, әле лә шулай. Уҡыған һайын уҡығым килә, барыбер белем етмәгән кеүек, ти ул. Һөйләшкәндә лә әңгәмәсемдең ниндәй киң эрудициялы, аҡыллы булыуына һоҡландым. Беҙ ғүмерҙә лә уйлап ҡарамаған факттарҙы алдыңа килтереп һала, уйланырға мәжбүр итә. Хәйбулла районынан экскурсияға килергә тейешле балаларҙы көткән арала самауырҙы дөрөҫ ҡайнатыу, башҡорттарҙың сәй церемонияһын күр­һәтеү буйынса миңә оҫталыҡ дәресе үткәреп өлгөрҙө.
– Теләктәр теләп тороғоҙ! – ти Әлфиә ханым. – Бына самауыр ҡайнағанда дүрт стихия ҡушыла: ут, һыу, һауа, ер. Тап ошондай мәлдә уйлаған уйҙар ҡабул була.
Ер-һыу атамаларына бәйле легендалар. Ырыуҙар тарихы. Мөғжизәле әүлиәләр. Бәләкәй Әлфиә атаһы менән әсәһе һөйләгән һәр тарихты күңеленә һеңдереп ҡалырға тырыша. Бәхетле ҡыҙ баланы атаһы тәрбиәләй, тиҙәр, ысынлап та шулай, ти ул.
Өфөлә гимназияла уҡый, һуңынан юғары белемгә эйә була һәм мәктәптә эш башлай Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы. Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары байтаҡ ҡына. Районда һәм ҡалала үткәрелгән «Йыл уҡытыу­сыһы» конкурстарында бер нисә тап­ҡыр призлы урын яулай. Шиғыр һөйләү, шәжәрә бәйгеләрендә һынатмай, ғаилә менән дә ҡатнашалар. Дәртләнеп эшләп йөрөгәндә билдәһеҙ ауырыу аяҡтан йыға. Дауаханала яман шеш диагнозы ҡуйылғас, ә табиптар ярҙам итерлек булмағас, Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы үҙен ҡулға алып, артабан йәшәргә көс таба, дауалар эҙләй. Мәктәптән ки­теп, Өфө әүҙемселәр үҙәгенә урынлаша.
Шулай дәртләнеп эшләп йөрөгәндә ауырыу йәнә баш ҡалҡыта, был юлы Мәскәүгә дауаланырға бара ул. Тормош иптәше ярҙамсы, таяныс булып тора, операциянан һуң еңеллек килә башлай.
– Ошо мәлдә ир менән ҡатындың никахы асылын аңланым. Мин тора алмай ятҡан мәлдә ирем Өфөләге эшен ташланы ла Мәскәүгә килде. Палатала ятам, иптәшем урамдан тәҙрәгә ҡарап тора. Табип мине беренсе тапҡыр тәҙрә төбөнә атлатып алып барҙы. Шунан хәлем яҡшыра башланы. Аптырай инем: дарыу эскәс, хәлем еңеләйергә тейеш бит инде. Ә төп дарыу иремдең миңә ҡарата йылы мөнәсәбәте булып сыҡты. Бына хикмәт! Ғаилә ҡороп йәшәгән ир менән ҡатын бер-береһенә дауа икән!
Тап ошонан һуң алда телгә алынған изге ниәттәрен ғаиләһенә еткерә лә инде Әлфиә ханым. Үҙенең ҡасандыр йәмәғәт сараларындағы эш тәжрибәһенә таянып, музей асыу маҡсатын ҡуя.
Хөкүмәттән субсидия алып, ихатала тәүҙә – бәләкәй, һуңынан күпкә ҙурыраҡ тағы бер тирмә урынлаштырып ҡуялар. Яйлап экскурсиялар үткәрә башлайҙар. Әлбиттә, өйрәнер өсөн ҡунаҡтарҙы тәүҙә бушлай саҡыралар.
– Ул ваҡытта магистрант булған Айҙар улым менән студент Айһылыу ҡыҙым ярҙам итмәһә, музейҙы аса алмаҫ инек. Сөнки эш көтөлгәндән күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Әммә ниәт изге булһа, ярҙам көтмәгән ерҙән дә килә. Кемдер тирмәләрҙе йылытыу менән шөғөлләнде, икенселәр экспонаттар тапшырҙы, – ти Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы. – Үҙебеҙҙең ғаилә ҡомартҡылары ла күп бында. Ҡәйнәм атаһынан ҡалған документтарын, боронғо китаптарын, алтын епле елән һәм камзулын, башҡа әйберҙәрен биргәйне. Оло ҡайным Закир – халыҡ дауалаусыһы, ә оло ҡәйнәм кендек инәһе булып танылған. Белмәгән нәмәләре булмаған. Бына ошо оло халыҡтың тоҡомо булып, нисек тарихыбыҙҙы хөрмәт итмәҫкә була? Был донъянан китһәләр ҙә, беҙҙең ата-бабалар барыһын да белеп, эштәребеҙгә ҡыуанып тора ул. Беҙҙе лә һуңынан ыңғай яҡтан ғына иҫкә алһын киләсәк быуын, беҙҙән оялмаһын. Һәр саҡ изгелек эшләргә генә ынтылығыҙ!
Ысынлап та, тирмәләрҙәге экспонаттарҙың һәр береһе бай тарихлы. Бер нисә мең йыл ятҡан таш булһынмы, боронғонан ҡалған иҫке тәңкәме, биҙәкле һөлгөмө, тәүге совет саң һур­ҙырғысымы – хужабикәне ауыҙ асып тыңлайһың да ҡуяһың. Быны экскурсиянан һуң хәйбуллалар ҙа дәлилләне.
– Шул тиклем ҡәнәғәтбеҙ, рәхмәттән башҡа бер һүҙ юҡ. Бер нисә сәғәт эсендә балалар күңеленә рух һалды, милләткә һөйөү тәрбиәләне. Осрашыуҙан һуң уҡыусыларымдың күҙҙәре осҡонланып киткәнен һиҙгәнһегеҙҙер, – ти Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, һигеҙенселәрҙе баш ҡалаға алып килгән Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова. Әйткәндәй, улар менән осрашыуға Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы республикала аяғы менән йәйәнән уҡ атыусы бер­ҙән-бер мәргәнбикә Лилиә Сәғитованы саҡырғайны. Балаларҙың күҙҙәре дүрт булды, тиһәк тә, шаштырыу булмаҫ. Бына нимәгә ынтылырға кәрәк, бына нисек үҙеңде үҫтерергә мөмкин икән! Ә экскурсияға хәйбуллалар бушлай эләкте – тирмәләр хужабикәһе былтыр үткәргән акцияла ҡатнашып еңгәйнеләр.
Ғөмүмән, оҫталарҙы саҡырып, ҡунаҡтар өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдәр күрһәтеүҙе ойошторорға ғына тора Әлфиә Мөхәммәт ҡыҙы. Уҡ атыу, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү, милли стилдә фотосессия, квестар үтеү... Барығыҙ, күрегеҙ был мөғжизәле тирмә-музейҙы, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ. Һоҡланып, ғорурланып, күпте белеп ҡайтыр­һығыҙ.

 

Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Тирмә-музейҙа ҡунаҡта
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас