+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йолаларыбыҙ
9 Июль , 05:24

«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек

Үҙ Тыуған илен, халҡын ныҡ яратҡан, саф башҡортса ауыҙ тултырып һөйләшкән балаларҙы күргегеҙ килһә, Мәләүез районы Ҡотош ауылының башланғыс мәктәбенә рәхим итегеҙ! Синыф етәкселәре Хәлиҙә Зәки ҡыҙы Хужәхмәтова йыл һайын уларға өсөн «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», Һабантуй байрамдарын яланда ойоштора. Башҡорт халыҡ уйындары үткәреп, башҡорт халыҡ йырҙары өйрәтеп, үҙе гармунда уйнап, бейетеп кескәйҙәрҙе рухи яҡтан үҫтерә ул. Әле бына 42 йыл эшләп, ошо уҡыу йылын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡты. Хәлиҙә Зәки ҡыҙы уҡытыусылыҡ эшенә һәр саҡ тоғро, етди ҡала һәм һөйөү менән ҡарай. Һәр уҡыусыһының киләсәге яҡты, үҙҙәре уңышлы һәм бәхетле булыуын теләй. Сығышы менән тәбиғәткә бай һәм күркәм Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан булғанғамы, ул балаларҙа ла тәбиғәткә ҡарата һөйөү, ҡәҙер хистәрен үҫтерә һәм һаҡсыл булырға өйрәтә.

«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек

Бына бөгөн «Ҡарға бутҡаһы» байрамына яланға сыҡты. Уҡыусылар ихлас әҙерләнде. Әсәйҙәре тәмлекәстәр бешерҙе. Мәктәпте таҙа итеп һаҡлап тотҡан Әлмира апай, мәктәптә тәмле аштар әҙерләгән Рәйлә апайҙары ла был саранан ситтә ҡалманы. Улар балаларға төрләп 100 бәлеш,тарынан тел йоторлоҡ «ҡарға» бутҡаһы бешереп, тәмле үлән сәйҙәре ҡайнатты. Ҡаланан Ҡотош ауылы мәктәбенә инде бишенсе йыл йөрөп эшләгән инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Ҡасим ҡыҙы Һатубалдина уҡыусыларына «Йәшерәм яулыҡ», «Үгеҙ йөҙөк», «Һәпәләк» кеүек башҡорт халыҡ уйындары үткәреп ҡыуандырҙы. Ныҡ күңелле булды! Һәр кем рәхәтләнеп күңел асты.

Балалар менән тағы ла «Аҡ тирәк, күк тирәк», тоҡтар кейеп һикереү, «Мәргән», «Ат сабышы» кеүек боронғо башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеште, ҡара ҡарғалар тураһында шиғырҙар һөйләне, ҡоштар тураһында йомаҡтар систе.

 – Бындай байрамдарҙы, милләтебеҙҙең боронғо йолаларын уҡыусылар белеп үҫергә тейеш. Балаларға был көн ғүмерлеккә иҫтәлекле булып, тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырғандыр тип уйлайбыҙ. Беҙгә лә башланғыс синыфтарҙа тәүге уҡытыусыбыҙ Гөлнур Лотфулла ҡыҙы «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек байрамдар ойоштороп яланға алып сыға ине. Был көн бәләкәстәр өсөн генә түгел, беҙгә лә, өлкәндәргә, ныҡ оҡшай торғайны, уларҙың уҡытыусыларына ла бигерәк иҫтәлекле булып үтте, – ти Гүзәл Ҡасим ҡыҙы.

Был көндө балалар тәмле бутҡа менән дә һыйланды. Улар:– Беҙ ашап туйҙыҡ. Һеҙгә лә бутҡа килтерҙек, һыйланығыҙ, ҡарғалар! – тип матур теләктәр теләп ҡайтырға сыҡты.

Ысынлап та, бик үҙенсәлекле матур байрам булды! «Ҡарға бутҡаһы»н тәмләп ҡайтты кескәйҙәр. Яҙҙы ҡаршылауға арналған матур йолабыҙ онотолмаһын.

«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
«Ҡарға бутҡаһы»н тәмләнек
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас