Мәктәп уҡыусылары араһында ла сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә битараф булмаған, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта булдыҡлы ла, башлы ла балаларҙың булыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – баш ҡаланың 42-се лицейынан XI синыф уҡыусыһы Артур Шәйхәтәров. Ул һуҡыр-һаңғырауҙарҙың яҙмышына вайымһыҙ ҡалмай, уларҙың йәшәү рәүешен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында LiFeel тип аталған мобил ҡушымта уйлап тапҡан. Бының өсөн кеше хәлен аңлай белеү, бүтәндәр хаҡында хәстәрлек күреү кеүек күркәм сифаттарға ла эйә булыу кәрәктер.
– Һуҡыр-һаңғырау кешеләрҙең хәҙерге аралашыу юлы еренә еткереп уйланылмаған, бының өсөн дактиль алфавитты белергә һәм әңгәмәсенең эргәһендә ултырырға кәрәк. Ә LiFeel ҡушымтаһы менән бөтәһе лә еңел: әңгәмәсеңә смартфон аша хәбәр ебәреүең була, ул программа ярҙамында Морзе азбукаһына әйләндерелеп, тирбәлеү рәүешендә ҡабул итеүсегә еткерелә. Ул да ҡулы менән тейеп, яуап хәбәре ебәрә ала. Араларҙың алыҫ булыуы ла ҡамасауламай, – тип аңлата аҡыллы егет.
Нисек, шәпме проекты? Һоҡландырырлыҡ та шул, эйеме? Бына шул эше менән Артур «УМНИК – капитандар» Бөтә Рәсәй конкурсында йөҙләгән финалистар араһында иң-иңе булып, еңеүсе унау исемлегенә ингән. Һай, афарин! Проектын тормошҡа ашырыу өсөн ярты миллион һум грантҡа ла лайыҡ булған.
Был эште булдырыу уйы һуҡыр-һаңғырау кешеләр менән аралашҡас, өс йыл элек килеп тыуа. Көн һайын уларға ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәнен аңлап, Артур хәл итеү юлдарын эҙләй башлай. Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында йыш була. Бында ул күптәр менән танышып, тормош юлдарын өйрәнә. Бер ҡыҙ бәләкәйҙән күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә икән, ата-әсәһе менән үҙенсәлекле итеп аралашыуы аптырауға ҡалдыра. Уларҙың тамағына йәки күмәгәйенә ҡулын ҡуя ла, тауыштарының тирбәлгәнен тойоп, һөйләшкәндәрен аңлай. Яҡындарының әйтеүенсә, уның да башҡа тиҫтерҙәре кеүек интернет селтәренә инеп, йәштәштәре менән аралашҡыһы килә. Был бала менән осрашыу бик уйланырға мәжбүр итә һәм программалау менән мауыҡҡан егетте смартфонға йәки аҡыллы сәғәттәргә һуҡыр-һаңғырауҙар өсөн ҡушымта яһап ҡарау уйына алып килә. «Интерстеллар» фильмында геройҙарҙың Морзе азбукаһы ярҙамында нисек аралашҡанын күреп, ҡушымтаны эшләү юлдары ла табыла. Етәксеһе Сулпан Нафиҡова менән бергәләп тырышҡас, уйланылған эш еренә еткерелә.
Йәш уйлап табыусы киләсәккә матур хыялдар ҙа ҡороп ҡуйған. «УМНИК – капитандар» конкурсында алған грантҡа үҙенең проектын артабан да үҫтерергә, илдәге алдынғы уҡыу йорттарының береһенә информатика факультетына уҡырға инергә һәм алдағы көндәрҙә бөтә донъя буйынса һуҡыр-һаңғырауҙар өсөн аралашыу үҙәге булдырырға ниәтләй.