Был ҡыҙҙар, малайҙар дәрестәрҙән һуң матбуғат баҫмаларын уҡырға ярата. Ә беҙҙең китапханабыҙҙа республикабыҙҙа сыҡҡан бөтә гәзит-журналдар бар.
Бишенселәр үҙҙәре лә яҙыша. Әҙилә Намаҙғолованың мәҡәләләре донъя күреп тора. Ул «Тарих яҙабыҙ» конкурсында ла ҡатнашты. Әле тағы ла атамалар буйынса мәғлүмәттәр туплау менән мәшғүл.
Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.