-6 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
31 Май 2019, 12:41
Тәбиғәттә лә, тормошомда ла яңырыу осоро
Яҙ – уяныу, бар тирә-яҡ йәшеллеккә күмелеү осоро, тәбиғәт матурлана, үҙгәрә. Ошо ваҡытта минең тормошом да яңырыу кисерҙе.
Иң беренсеһе – «Бирешмә» үҫмерҙәр премияһына үҙемде тәҡдим иткәйнем. Призлы урын яуламаһам да, был проект минең күҙҙәремде яңынан асып ебәрҙе. Ижади яҡтан да, рухи яҡтан да үҫешергә ярҙам итте. Һәр бер номинацияла еңгән һәм ҡатнашҡан балаларҙың республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн күп эштәр башҡарғанын ишетеп, ныҡ ҡыуандым.
Икенсеһе – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған «Илһам» конкурсында. Был бәйге үтеүе тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Лариса Фәрүәз ҡыҙы Мортазина әйткәйне. Ике көн эсендә ижади эштәремде әҙерләп, ҡатнашырға ғариза ебәрә һалдым. Йөҙҙән ашыу бәйгесе араһынан 15 еңеүсене һайлап алдылар, улар исемлегендә үҙемде лә күргәс, шатлығымдың сиге булманы. Беҙҙең өсөн өс көнлөк уҡыу ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар үткәрелде. Әйҙәүселәр Әлиә Шиһапова, Айгиз Аҫылбәков менән ҡайҙарҙа ғына булманыҡ. Йомғаҡлау көнөндә махсус Маҡтау грамоталары менән бүләкләндек.
– Ниндәй генә өлкәлә эшләһәгеҙ ҙә, юғалып ҡалмағыҙ, милләтебеҙгә файҙалы шәхес, журналист булып өлгөрөгөҙ! – тине республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев.
Ошондай сараларҙа ҡатнашҡан һайын күңелем ҡанатлана, тағы ла конкурстарҙа еңеүгә өмөтләнеп, тырышып уҡый башлайым.
Спорт буйынса ла һынатҡаным юҡ. Икенсе синыфтан үҙемде физик яҡтан сыныҡтырам. Яңыраҡ ҡына мәктәбем данын яҡлап, унынсы синыфтар араһында эстафетала йүгерҙем, шашка буйынса чемпионатта ҡатнаштым. Тағы ла мин йөҙөүгә лә оҫтарып алдым. Төрлө ярыштарҙа көсөмдө һынап торам.
Шулай итеп, нимә әйтергә теләгәйнемме? Үҫмер саҡта төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып ҡалығыҙ. Ҙурайғас, ваҡытығыҙ булмаҫ. Интернет селтәренән конкурстар тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ, әүҙем булығыҙ. Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ. Бер ҡасан да бирешмәгеҙ, төрлө яҡтарҙан илһам алығыҙ, ижад итегеҙ, юғалып ҡалмағыҙ, респуликабыҙға кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ. Тиҫтерҙәрем, hәр бер минуттың ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Шәүрә ХӘСӘНОВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән