+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
30 Август 2019, 11:17

Гимназия ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәр исемлегенә инде

– Ура! Беҙ Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО-ның дуҫтар клубының тулы хоҡуҡлы ағзалары булдыҡ, – тип хәбәр ителә «Бәйләнештә» селтәрендәге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының «Осҡон» балалар ойошмаһы битендә.

Баш ҡаланың 71-се мәктәбендә ЮНЕСКО дуҫтар клубы һәм ассоциацияланған мәктәптәр өсөн ойошторолған «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашҡандар, яңы уҡыу йылына өҫтөнлөклө йүнәлештәр ҙә билдәләнгән. Шулай уҡ был белем усағында «Көрәш – мәктәптәргә» программаһы тормошҡа ашырыла башлауы хаҡында ла белдерелә.
Читайте нас: