+4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
13 Сентябрь 2019, 14:10
Спорт залыбыҙ яңыртылды
Мәктәбебеҙҙең спорт залында капиталь ремонт үткәрелде. Ишектәр, иҙән таҡталары яңыға алмаштырылды, стеналар матурланды, яҡтыртыу ҡорамалдары һатып алынды.
Яңыраҡ ремонттан һуң бөтөнләй башҡаса төҫ алған залды асыу тантанаһы үтте. Унда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Гөлшат Сирғәлина һәм Динар Хисмәтуллин, мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллиндың, ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Азаматованың ҡатнашыуы беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды.
Быға тиклем дә физкультура уҡытыусыһы Рәсих Йортбәков, һәр башланғысты күтәреп алыусы директорыбыҙ Миңлегөл Моталлапова тырышлығы менән спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙҙар, малайҙар быйылғы уҡыу йылында ла һынатмаҫ, спорт менән дуҫ булыусылар тағы ла күбәйер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ләйсән МӘХМҮТОВА,
VI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
1-се Этҡол мәктәбе.
Читайте нас в