-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
18 Сентябрь 2019, 18:31

Башҡорт телен – Рәсәй кимәленә!

Ура, дуҫтар! Бик ҡыуаныслы яңылыҡ! Башҡорт теленә иғтибар арта.

Был турала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Розалия Сафиуллина социаль селтәрҙәге диуарында яҙҙы: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2019 – 2020 уҡыу йылында үткәреләсәк олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелде. Был хаҡта РФ Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 24 июлендәге 390-сы бойороғо бар (РФ Юстиция министрлығында 2019 йылдың 12 сентябрендә теркәү үткән). Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен бөтә Рәсәй кимәленә күтәреүсе яңылыҡ был».
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында йыл һайын милләтебеҙҙең рухлы, һәләтле уҡыусылары асыҡлана. Әлбиттә, уларға төплө белем биреүсе, бәйгегә әҙерләүсе уҡытыусыларын да маҡтап ҡына телгә алабыҙ.
Читайте нас в