– «Ағиҙел» дәүләт унитар предприятиеһы — Башҡортостанда традицияларҙы, халыҡ ижадын һаҡлаусы һәм уны киләсәк быуынға тапшырыусы берҙән-бер ойошма. Мин бөтә оҫталарҙы тупларға теләйем, беҙ бергәләп эшләргә тейешбеҙ, сөнки ҡул эштәрен берәмләп һатыу ҡыйынға төшә. Бынан тыш, халыҡ-ара баҙарға сығырға ниәтләйбеҙ, – ти ул.