Шул бәхетлеләр араһында баш ҡалабыҙҙың 21-се лицейында IV синыфта уҡыусы Эльвина Таһирова ла бар ине. Башланғыс синыфта ғына белем алыуына ҡарамаҫтан, Бәләкәй фәндәр академияһында, Бөрөлә үткән «Өкөкәй», «Фән. Интеллект. Ижад – Башҡортостан», «Фән. Телдәр. Киләсәк» кеүек фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып өлгөргән.
– Беҙҙең синыфта өлгө булырлыҡ уҡыусылар күп. Мәҫәлән, Гриша үҙенең тикшеренеү эше менән Мәскәүҙә сығыш яһаны, Даша менән Азалиә инвалидтар йортондағы концертта ҡатнашты, Матвей менән Таисия математика, урыҫ теленән олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, – ти ҡыҙ үҙенең синыфташтары менән дә ғорурланып.
Һәр яҡлап бөтә эштәрҙә уға уҡытыусыһы Елена Николаевна Лиханова ярҙам итә. Лицей директоры Солтан Рузил улы Баҙыҡов та Эльвинаның ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
– Декабрь башында уҡытыусым Елена Николаевна, яҡшы уҡығаның, фәнни-тикшеренеү эштәрендә призлы урындар яулағаның өсөн Мәскәүгә Кремль Шыршыһына бараһың, тигәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Әйтерһең дә, Ҡыш бабай минең хыялымды тормошҡа ашырған кеүек. Мәскәүҙе бик ныҡ күргем килә ине. Ошо көндән башлап барыр көндө түҙемһеҙләнеп көтә башланым.
23 декабрҙә беҙҙе Өфө районында урынлашҡан «Элемтәсе» лагерына алып килделәр. Бында Шыршы байрамына барыусыларға башҡорт флагы төҫөндә башлыҡ һәм шарфтар таратып бирҙеләр. Ә иртәгеһенә самолётта Мәскәүгә остоҡ. Ике сәғәттән һуң ҡаланың «Домодедово» аэропортына ла еттек. Унан автобустарҙа, «Снежная Королева. Зазеркалье» фильмын ҡарай-ҡарай, «Альфа» отеленә юлландыҡ. Бындай ерҙә булғаным юҡ ине, шуға миңә һәр нәмә ҡыҙыҡ һәм ғәҙәти булмаған һымаҡ тойолдо. Ашханала ашап алғас, Измайлов Кремленә киттек. Бында беҙ шарҙарҙы биҙәнек, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алдыҡ.
Ә 25 декабрь көндө Кремль Шыршыһы байрамында ҡатнаштыҡ. Тәүҙә йәнһүрәттәр ҡараныҡ, унан Яңы йыл тамашаһы башланды. Үҙебеҙҙәге кеүек Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан тыш, япон Ҡыш бабайын, Мәскәй әбей, Тимер алпамышаларҙы күрҙек. Әкиәт геройҙарының ниндәйҙәре генә юҡ ине! Байрам һуңында беҙгә Кремль рәүешендә тәмлекәстәр йыйылмаһы бүләк иттеләр.
Бик матур тәьҫораттар алып ҡайттым. Ҙурайғас та был сәйәхәтем онотолмаҫ, хәтеремдә һаҡланыр, тип уйлайым, – ти ҡыҙ, Кремль Шыршыһы мәлдәрен күҙ алдына килтереп.