+25 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
17 Ғинуар 2020, 13:11
Үрге оста байрам булды
Ауылыбыҙҙың үрге осонда Яңы йыл тамашаһы үткәрелде.
Депутатыбыҙ Айрат Зиннур улы Салауатов күп балалы әсәйҙәрҙе, оло йәштәге инәйҙәрҙе, бала-сағаларҙы байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
Шыршы тирәләй йырҙар йырлап, ниһайәт, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнен көтөп алдыҡ. Шунан инде кем уҙарҙан шиғырҙар ятлау, йырҙар йырлау башланды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы оҙатҡас, әсәйҙәр ҡайнатҡан самауыр сәйен эстек, тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Ниндәй байрам уйынһыҙ үтһен! Унда ҡатнашып, бүләктәр оттоҡ. Ауылдың урамдары буйлап бурандар уйнатып, атта елдерҙек. Байрамды ойоштороусыларға, тәмле сәй менән һыйлаусы әсәйҙәргә рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ.
Теләүселәр Нәзифә Әйүпованың ҡарҙан эшләгән һындары эргәһендә фотоға төштө.
Үрге оста байрам булды,
Шаулап торҙо урамдар.
Геү килеп йырлап-бейенек,
Ҡурҡытманы бурандар.
Шыршы тирәләй әйләнә
Шат күңелле балалар.
Ҡыш бабайҙан, Ҡарһылыуҙан
Тәмлекәстәр алалар.
Атҡа ултыртып оҙаттыҡ
Һуңынан Ҡыш бабайҙы.
Байрам кәйефе һәр кемдә,
Хатта күңелле булды.
Вәсилә ӘЙҮПОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән