7 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостанда йәшәүселәр икән. Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалмаған. Шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырымдан да видеояҙмалар ебәргәндәр. Бик хуп! Тимәк, халыҡ шағирының, бөйөк башҡорт яҙыусыһының ижадын яратып уҡыйҙар.
Тантанала Гран-при яулаусыны иғлан иттеләр. Кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, яҙыусының яҡташы инде. Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова! Ул планшет менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ башҡа ҡатнашыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә сертификаттар, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.