Белем көнөнә арналған тантаналы линейка ла ныҡ матур үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең башҡортса өҙә баҫып бейегәне үҙе ни тора!
Ятаҡтағы бүлмәләр ҙә яҡты һәм бөхтә. Тәрбиәсебеҙ Рим Муллағәле улы Ғәббәсов ятаҡта йәшәү ҡағиҙәләрен асыҡ итеп аңлатты. Бүлмәлә дүрт малай йәшәйбеҙ һәм бар эште лә бергә башҡарабыҙ.
Мин ябай VII синыфта түгел, ә генерал Шайморатов исемен йөрөткән синыфта уҡыясаҡмын! Быныһы инде икеләтә ҡыуаныс. Әлбиттә, өҫкә яуаплылыҡ төшә. Был исемгә тап төшөрмәҫкә бар көсөмдө һаласаҡмын.
Мин был гимназияла белем алыуыма бик ҡыуанам һәм ғорурланам. Уҡыу йортобоҙҙоң йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә тырышып уҡыясаҡмын. Беҙ бит хәҙер шайморатовсылар!
Рәсүл ҒАЗАКОВ, VII «Г» синыфы уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.