Тамаша залы яңыртылды, балаларҙың уйын, бейеү, түңәрәктәр бүлмәләре, бәхәс клубы, тренажёр бинаһы барлыҡҡа килде. Бында яңы быуын китапханаһы ла булдырылды. Ҡулланыусылар һынландырылған ваҡытлы матбуғат, фәнни һәм нәфис йөкмәткеле хәҙерге заман мәғлүмәт ресурстары менән файҙалана ала. Китап һаҡлау урыны юғары тиҙлектәге интернет, «Милли электрон китапхана»ға инеү нөктәһе менән йыһазландырылды. Үҙәктә хәҙер акустик система, электрон китаптар, планшеттар ҙа бар, ҡурсаҡ театры ла ойошторолдо.
Был көндө Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арналған ҙур кисә үтте. Бай йөкмәткеле программа ла әҙерләнгәйне: ҡунаҡтар ағастар ултыртҡан «Бабич һуҡмағы», «Бабич баҡсаһы» асылды. Был урындарҙа шағир ваҡытын үткәрергә яратҡан, ижад менән шөғөлләнгән.
Мәҙәниәт йортондағы байрам артистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре концерты менән тамамланды. Был сәхнәлә билдәле музыкант, эстрада йырсыһы Радик Динәхмәтовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исем бирелеүенә лә яҡташтары бик һөйөндө.