+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
16 Октябрь 2020, 17:25

Шайморатовсылар ант бирҙе

Баш ҡалабыҙҙың өс белем усағында – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһы, 44-се һәм 162-се полилингваль киң йүнәлешле мәктәптәрендә – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шаймора­тов исемендәге синыфтар асылды.

Әйтергә кәрәк, улар республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килде.

Республика көнө алдынан әлеге VII синыфтарҙы «Шайморатовсы» сафына ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. Уны Башҡорт­остан Башлығы Радий Фәрит улы асты. Республика етәксеһе үҙенең телмәрендә Баш­ҡорт кавалерия дивизияһының Бө­йөк Ватан һуғышында күр­һәткән ҡаһарманлығының ба­һалап бөткөһөҙ икәнен билдәләп, фронтта ҡатнашҡан барлыҡ хәрби частар араһында ошо дивизия илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биреүен, уның составында Дан орденының биш тулы кавалеры булыуын да еткерҙе.

– Беҙ милли геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Генерал Шайморатов Ватаныбыҙҙы һөйөүҙә һәм уны һаҡлауҙа ысын өлгө булып тора. Ҡәҙерле балалар, мәктәп уҡыусылары араһында һеҙ беренселәрҙән шайморатовсылар булаһығыҙ һәм ышанығыҙ, был бик почётлы һәм яуаплы. Һеҙҙең иңегеҙҙә данлыҡлы комдив иҫтәлегенә лайыҡлы, тыуған Баш­ҡортостандың һәм Рәсәйҙең ысын илһөйәрҙәре булыу яуап­лылығы ята, – тип белдерҙе Радий Хабиров.

Йәш шайморатовсылар был исемде лайыҡлы йөрөтөргә, Тыу­ған ил өсөн һәләк булыу­сылар исеменә тап төшөр­мәҫкә, тыуған еребеҙҙең ышаныслы улдары булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә, һәр ваҡыт «Салауат тоҡомо сигенә белмәй!» тигән девизға тоғро булырға ант итте.

Был сараға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә килде. Улар балаларының ант биреүен ҡыуанып, ғорурланып тыңланы.

Тантананан һуң хәҙер инде йәш шайморатовсылар Милли музейға юлланды. Улар өсөн экскурсия ойошторолдо. Бын­да уҡыусылар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шай­моратовҡа арналған бүлектә булып, билдәле шәхестең тормош юлы, уның хәрби хеҙмәте менән танышты. Уҡыусыларға был тантананың иҫтәлеге итеп бүләккә генерал Шайморатов тураһында китап тапшырылды.


Рим ҒӘББӘСОВ,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы,
«Шайморатовсы» синыфы тәрбиәсеһе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: