Тимәк, райондың бүтән ауылдарынан да балалар килеп уҡый аласаҡ. Заманса белем усағы Аҡъярҙағы мәктәптәрҙең өсөнсөһө буласаҡ һәм ике сменала уҡыуҙан арынырға ярҙам итәсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районына сентябрҙә барғанында мәғариф һәм фән министрлығына яңы белем усағына полилингваль статусын биреүҙе хәстәрләргә ҡушты. Был мәктәпте 2021 йылдың сентябрендә асырға ниәтләйҙәр.
Фото: "Республика Башкортостан".