Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында унда шөғөлләнгән республика инженер интернат-лицейы уҡыусылары быйыл да иң-иңдәре булып танылды. IX – XI синыфтарҙан 18 уҡыусы призлы урын яулаһа, икәүһе абсолют еңеүсе булды. Уларҙы бәйгегә интернат-лицейҙың химия уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Мансур улы Ғүмәров әҙерләгән.