+17 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
3 Сентября 2021, 06:11

"Атайсал" проекты дауам итә.

Башҡортостанда республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2021 йылдың 1 мартынан "Атайсал" (ataisal.ru) тигән проект тормошҡа ашырыла башлағайны.

"Атайсал" проекты дауам итә."Атайсал" проекты дауам итә.
"Атайсал" проекты дауам итә.

Ошо ваҡыт эсендә "Атайсал" порталында 1 900 проект урынлаштырылған һәм уларҙың яртыһынан күбеһе тормошҡа ашырылған да инде. Меценаттар тыуған ауылдарына ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә йәшәгән изге күңелле яҡташтары Көйөргәҙе районы Мораптал ауылы мәктәбен төҙөкләндергән.  Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә яҙҙы: https://vk.com/wall413272232_678902.

Октябрҙә "Яҡташлыҡ көсө. Сила землячества" тигән форум ойоштороласаҡ. Унда "Атайсал" проектына 2021 йылға йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас