

Әле республикала уны 15 мең тирәһе йәш кеше тултырған. Рәсәй Президенты тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән мәҙәни проект популяр булмаҡсы. Быйыл был программала беҙҙең республиканан 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге 350 мең кеше ҡатнаша ала икән. "Пушкин карта"һын Дәүләт хеҙмәттәре порталында "Мәҙәниәт" бүлегендә тултырырға мөмкин. Проекттың операторы "Почта банк" аша пластик төрөн дә алып була. Быйыл уның балансында дәүләт тарафынан һалынған 3 мең һум булһа, алдағы йылда 5 мең аҡса һалынасаҡ, тип күҙаллана. Мәҙәниәт учреждениеларына үҙеңдең исемеңә генә билет алырға ярай, бер йылда тотоноп бөтмәһәң, аҡсаһы яна.
Бик һәйбәт проект, шулай бит?! Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тиҙәрме әле? Ә матурлыҡ ул сәнғәтте, мәҙәниәтте яратыу аша килә түгелме?