+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
12 Октября 2021, 08:32

Мәскәүҙә - "Алға, Башҡортостан!" поезы

Республика көнөндә Мәскәү метрополитенының "Төньяҡ" электр депоһында Өфөнөң 450 йыллығына арналған "Алға, Башҡортостан!" тип исемләнгән поезд юлға сыҡты. Ул Мәскәү халҡын Башҡортостан тәбиғәте, мәҙәниәте, тарихи урындары, сәнәғәте һәм иҡтисади уңыштары менән таныштырасаҡ.

Мәскәүҙә - "Алға, Башҡортостан!" поезыМәскәүҙә - "Алға, Башҡортостан!" поезы
Мәскәүҙә - "Алға, Башҡортостан!" поезы

Поезд ун вагондан тора, улар икешәрләп ҡушылған. Һәр бүлек бер темаға арналған. "Алға, Башҡортостан!" йөрөгән Сокольники линияһының оҙонлоғо - 44,1 километр, 26 туҡталыш бар. Көн һайын 962 меңдән ашыу пассажир үтеүен иҫәпкә алһаҡ, республикабыҙ тураһында күпме кеше беләсәген күҙ алдына килтерергә мөмкин.

Радий Хәбиров Мәскәү мэры Сергей Собянинға был поезды ебәреү тәҡдимен хуплағаны өсөн рәхмәтен белдерҙе. 1930 йылдарҙа Мәскәү метроһын төҙөүҙә бик күп яҡташтарыбыҙ ҡатнашҡан бит. "Алға, Башҡортостан!" поезы улар иҫтәлегенә арналып асылған.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас