+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
11 Ноября 2021, 05:00

Башҡортостан диктант яҙыу буйынса – тәүге урында

Беҙҙең республика  «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акцияһында лидерҙар рәтенә инде. Был сарала 341 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.  

Башҡортостан диктант яҙыу буйынса – тәүге урындаБашҡортостан диктант яҙыу буйынса – тәүге урында
Башҡортостан диктант яҙыу буйынса – тәүге урында

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҙур этнографик диктант» халыҡ-ара акцияһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналып, 3 – 7 ноябрҙә онлайн форматта үткәйне. Уны республикабыҙҙа Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо. Диктант халыҡтың этнографик грамоталылығы, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе халыҡтар хаҡында белем кимәлдәрен баһалау маҡсатында уҙғарылды. Был сарала белем биреү учреждениеларында уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар әүҙемлек күрһәтте. Әйткәндәй, диктантҡа мәғариф һәм фән министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты һәм башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Дөйөм мәғлүмәттәргә килгәндә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 2 миллион 679 мең 689 кеше диктант яҙған. 

 

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас