

Башҡортса, урыҫса һәм инглизсә лә йырлаған малай Юрий Шатуновтың һәм Майкл Джексондың репертуарынан йырҙар тәҡдим иткән.
Һәр йырҙы еренә еткереп башҡарыуы, үҙен сәхнәлә ысын артистарса иркен тотоуы менән Рәсәйҙең сәнғәт әһелдәрен һоҡландырған. Рамазан Биккининды «Тауыш.Балалар» проектында ҡатнашырға саҡырғандар. Шулай итеп, киләһе йылда Стәрлетамаҡ һандуғасы I каналдың Бөтә Рәсәй телевизион шоуында сығыш яһаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!
Рамазан Стәрлетамаҡтағы 30-сы мәктәптә IV синыфта белем ала. Сәнғәт мәктәбенең йыр һәм баян синыфтарында бәләкәйҙән шөғөлләнә.Әйткәндәй, быйыл «Маэстро Джаз» тигән XV Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды.
Фото: Инстаграмм