+19 °С
Дождь
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
27 Февраля 2022, 07:25

Китап бүләк иттеләр

14 февралдә яҡын кешеләреңә, уҡырға яратҡандарға китап бүләк итеү матур йолаға әйләнгән. Беҙҙең «Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йәйғор» кескәйҙәр төркөмө ата-әсәләре лә «Бүләккә китап» акцияһында бик әүҙем ҡатнашты. Һәр береһе үҙенең кес кенә сабыйына, үҙебеҙҙең төркөмгә китап бүләк итте.

Китап бүләк иттеләрКитап бүләк иттеләр
Китап бүләк иттеләр

Балалар баҡсаһында уҡытыу, тәрбиә биреү эшмәкәрлеге нәфис әҙәбиәт менән тығыҙ бәйләнгән. Программала урыҫ һәм башҡорт телдәрендә нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҡарал­ған. Шуға күрә көн тәртибенең һәр өлөшөндә: балаларҙы йыуындырғанда, ашатырға ултырт­ҡанда – шиғырҙар, төрлө уйындар, һамаҡтар, ә йоҡларға һал­ғанда бишек йырҙарын ҡулланабыҙ. Дәрестәрҙә ҡыш, яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәре, тәбиғәт күренештәре тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыйбыҙ, иллюстрациялар ҡарайбыҙ. Халыҡ һәм яҙыусылар ижады аша балаларҙы изгелекле булырға, яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, ялҡаулыҡ менән хеҙмәт, изгелек менән яуызлыҡ, ҡур­ҡаҡлыҡ менән батырлыҡ кеүек сифаттарҙы сағыштырырға өйрәтәбеҙ, ыңғай сифаттарҙы үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ.
Беҙҙең тәрбиәселәр балаларҙа китапҡа һөйөү, уларҙы төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя. Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте төрлө формаларҙа алып барабыҙ. Һәр төркөмдә «Китап» мөйөшө булдырылған. Унда программаға ярашлы башҡорт, урыҫ, һәм сит ил балалар яҙыу­сыларының әҫәр­ҙәре тупланған. Ата-әсәләр менән дә аңлатыу эше алып барабыҙ. Әйткәндәй, былтыр боронғо китаптарҙы йыйып, туплап, балалар өсөн бәләкәй генә китап музейы эшләнек.

Гөлназ НАЗАРОВА, тәрбиәсе.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас