+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
8 Апрель 2022, 07:40

Байназарҙар, ҡотлайбыҙ!

Хәйбулла районының Аҡьяр ауылында балалар араһында шахмат буйынса төбәк ярышы уҙғарылған.Унда бөрйәндәр ҙә ҡатнашҡан. Байназар мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә бына нимә яҙалар:

Байназарҙар, ҡотлайбыҙ!Байназарҙар, ҡотлайбыҙ!
Байназарҙар, ҡотлайбыҙ!

“Зирәклек һәм аҡыл талап иткән ярышта беҙҙең йәш шахматсылар командаһы (етәкселәре – Светлана Мәхмүт ҡыҙы Аҙанғолова) лайыҡлы сығыш яһап, III урын яулауға өлгәште. Һәр уйынсының оҫта алымдары, етди уйнауы отҡорлоҡ уйынын тағы ла ҡыҙыҡлы итте. Уҡыусыларҙы сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ”.

Ҡалай маладистар! Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар һеҙгә!

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас